Рәсәй үҙгәрештәр талап итә!

Беҙҙең маҡсат

«ЯБЛОКО» партияһының төп маҡсаты – конституцион ысул менән Рәсәйҙең әүҙем үҫешен тәьмин иткән һәм граждандарға хеҙмәт иткән заманса хоҡуҡи демократик социаль дәүләт төҙөү.

Думаға беҙ ни өсөн барабыҙ?

«ЯБЛОКО» парламентҡа граждандарҙын мәнфәғәтен ҡайғыртыр өсөн һәм дәүләтебеҙҙе ошо маҡсатҡа яҡынайтыусы закондарҙы ҡабул итеү өсөн бара.

Беҙ нимәләргә ҡаршы сығыш яһайбыҙ?

Властың һәм эшҡыуарлыҡтың ҡушылыуына ҡаршы. Беҙҙең талаптар:

  • ресурстарҙы һатыуҙан килгән һәм ҡаҙнанан алынған аҡса менән дәүләт хеҙмәткәрҙәре һәм олигархтарҙың кәҫәләрен тултырырға мөмкинселек биргән «төшөмлө урындарҙы» юҡҡа сығарыу;
  • эшҡыуарҙарға һәм дәүләт хеҙмәткәрҙәренең иң яҡын туғандарына дәүләт вазифаларын биләүҙе тыйыу;
  • офшорҙарҙа теркәлгән ширҡәттәр өсөн махсус һалым түләтеү режимын барлыҡҡа килтереү; залог аукциондарынан файҙа алғандарҙы ҡайтарым һалым түләтеү.

Коррупцияға ҡаршы. Беҙҙен талаптар:

  • Коррупцияға ҡаршы Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы Конвенцияһының килем сығанаҡтарын аңлата алмаған дәүләт хеҙмәткәрҙәренә яза бирергә мәжбүр иткән 20-се статьяһын тулыһынса ратификациялау;
  • бөтә дәүләт хеҙмәткәрҙәренең декларацияларын тотош тикшереү;
  • килемдәренең һәм милкенең законлы икәнлеген раҫлай алмағандарын дәүләт хеҙмәтенән бушатыу;
  • дәүләт хеҙмәткәрҙәренә һәм депутаттарға дәүләт ҡатнашлығы булған ширҡәттәрҙең директорҙар советтарына инеүҙе тыйыу.

Илебеҙ граждандары мөмкинселектәре тигеҙһеҙлегенә ҡаршы. Беҙҙен талаптар:

  • дәүләт хеҙмәткәрҙәре һәм депутаттар өсөн ҡаралған торлаҡ, көнкүреш, медицина, транспорт хеҙмәтләндереүендә һәм башҡа тармаҡтарҙа булған ташламаларҙы юҡҡа сығарыу, «мигалкаларҙы» тыйыу;
  • дәүләт хеҙмәткәрҙәре һәм ябай граждандар өсөн берҙәм пенсия системаһын барлыҡҡа килтереү;
  • эре һәм кесе эшҡыуарлыҡ араһындағы хоҡуҡи тигеҙһеҙлекте юҡҡа сығарыу.

Милли дошманлыҡ һәм түҙмәүсәнлеккә ҡаршы. Беҙҙең талаптар:

  • милли дошманлыҡ күрһәткән һәм этник һәм раса билдәләре буйынса дискриминациялаған өсөн ҡаты рәүештә яуапҡа тарттырыу;
  • урта мәктәп программаһына милләт-ара аралашыу (мәҙәниәт-ара коммуникация) дәрестәрен индереү.

Тоталитаризм һәм сталинизмға ҡаршы. Беҙҙең талаптар:

  • Сталиндың һәм большевиктарҙың репрессияларын аҡлаған өсөн яуаплылыҡ индереү;
  • тоталитар үткәндәребеҙҙең касафаттарын еңеп сығыу өсөн дәүләт кимәлендә программа булдырыу.

Нимә өсөн көрәшәбеҙ?

Заманса дәүләт – кеше һәм граждандарҙың хоҡуҡтарын һәм азатлыҡтарын тәьмин итеүсе дәүләт өсөн

Шәхес именлеге һәм хоҡуҡтары өсөн

  • шәхси тормоштоң сере – хат алышыу һәм телефондан аралашыу сере, торлаҡ именлеге;
  • кеше азатлығынан нигеҙһеҙ рәүештә мәхрүм итеүҙән йәки уны сикләүҙән яҡлау ;
  • хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәренең граждандарға ҡарата хоҡуҡһыҙ ҡылыҡтары өсөн язаның ҡотолғоһоҙ булыуы;
  • азатлыҡтан мәхрүм итеү урындарында булған граждандарҙың йәшәү шарттары тейешле кимәлдә булыуына гарантиялар.

Гражданлыҡ хоҡуҡтары өсөн

  • пикет, митинг, йөрөш, демонстрация үткәреүҙең алдан иҫкәртмәле тәртибе;
  • ҡатын-ҡыҙ һәм ир-ат өсөн тигеҙ хоҡуҡтар һәм тигеҙ мөмкинселектәр гарантиялау, ҡатын-ҡыҙҙарға ҡарата дискриминацияға һәм көс ҡулланыуға юл ҡуймау;
  • коммерцияға ҡарамаған берләшмәләрҙе ойоштороуҙа һәм уларҙың эшендә азатлыҡ;
  • киң мәғлүмәт сараларының азатлығын тайпылышһыҙ рәүештә ихтирам итеү;
  • ирекле дөйөм милли йәмғиәт телевидениеһы ойоштороу.

Демократия өсөн

  • һайлауҙарҙа фальсификациялауға, административ ресурсты ҡулланыуға юл ҡуймау;
  • һайлау комиссиялары составтары ойошторолоуында мотлаҡ рәүештә бөтә партияларҙың ҡатнашыуы;
  • сәйәси партияларҙы теркәүҙе ябайлаштырыу;
  • хоҡуҡ сығарыу йыйылыштарының бөтә кимәлдәрендә сәйәси партиялар өсөн инеү тупһаһын 3%-ҡа тиклем кәметеү.

Бойондороҡһоҙ ғәҙел суд өсөн

  • хөкөм органдарындағы коррупция һәм бер яҡлылыҡ арҡаһында зыян күргән кешеләрҙе азат итеү һәм аҡлау;
  • судьяларҙың хоҡуҡи яҡтан дөрөҫ булмаған ҡарарҙары өсөн яуаплылыҡты көсәйтеү;
  • судьялар корпусын төптән яңыртыу;
  • махсус хеҙмәттәр һәм көс ҡулланыусы структураларға граждандар контроле;
  • Федераль именлек хеҙмәте (ФСБ), Федераль һаҡлау хеҙмәте (ФСО), полиция һәм башҡа көс ҡулланыусы структураларҙың вәкәләттәрен нигеҙһеҙ рәүештә киңәйткән закон һәм закон аҫты акттарын юҡҡа сығарыу;
  • парламент тарафынан контроль һәм парламент тикшеренеүҙәре, йәмәғәт ойошмалары тарафынан контроль;

Эффектив федерализм һәм милли сәйәсәт өсөн

  • Федерация Советы ағзаларының Федерация субъекттары халҡы тарафынан һайланыуы;
  • Рәсәй Федерацияһы субъекттары башҡарма власы башлыҡтарының үҙ вазифаларына һайлауҙар юлы менән ҡуйылыуы;
  • геополитик ҡурҡыныс янаған, экологик афәткә дусар булған һәм климат шарттары насар булған төбәктәргә дәүләт ярҙамы күрһәтеү;
  • Рәсәй халыҡтары телдәренә (башҡорт һ.б. телдәргә) һәм мәҙәниәттәренә дәүләт яҡлауы күрһәтеү; дәүләт ҡарамағындағы федераль һәм төбәк мәғлүмәт сараларында даими рәүештә Рәсәй халыҡтары телдәрендә мәҡәләләр баҫылыуы һәм тапшырыуҙар алып барылыуы;
  • милли республикаларҙа йәшәүселәргә туған телдәрендә юғары сифатлы белем алыу мөмкинлеген гарантиялау. Бөтә Рәсәй биләмәһендә теләүселәргә туған тел һәм әҙәбиәт өйрәнеү мөмкинселеген булдырыу.

Яҡшы сифатлы урындағы үҙидара өсөн

  • урындағы үҙидара органдарына улар менән килешеп эшләнмәгән ҡарарҙарҙы көсләп таҡҡан закондарҙы яңынан ҡарау;
  • мөлкәт һалымдарынан килгән бөтә керемде урындағы кимәлгә тапшырыу;

Һөнәри ғәскәр өсөн

  • контракт буйынса ойошторолған һөнәри ғәскәргә күсеү;
  • хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең эш хаҡын күтәреү һәм уларҙы торлаҡ менән тәьмин итеү, пенсия иҫәпләү тәртибендәге ғәҙелһеҙлекте бөтөрөү;
  • ғәскәр структураһын һәм һанын, уның техник яҡтан йыһазланыуын ысынбарлыҡтағы хәүефкә тап килгән кимәлгә килтереү.

Һөҙөмтәле тышҡы сәйәсәт өсөн

  • ил бөтөнлөгөн һаҡлау һәм Рәсәйҙең сиктәш дәүләттәр өсөн хәүефһеҙлек гарантына әүерелеүе;
  • Рәсәйҙең Европа илдәре һәм Европа Берлеге менән яңы хеҙмәттәшлек формаларын үҫтереү, виза режимының юҡҡа сығарылыуы;
  • илебеҙ үҫеше өсөн кәрәкле һәм файҙалы нормативтарға һәм стандарттарға эйә булған дәүләт-ара ойошмаларҙа һәм конвенцияларҙа Рәсәйҙең ҡатнашыуын киңәйтеү.

Социаль баҙар иҡтисады өсөн

Шәхси милектең именлеге өсөн

  • киң ҡатлам милек эйәләре – миноритар акционерҙар, фатир, ауыл йорттары, ер биләмәләре һ.б. эйәләренең хоҡуҡтарын яҡлау һәм ҡурсалау;
  • милек теркәү процедураларын тиҙләтеү һәм ябайлаштырыу.

Конкуренция өсөн

  • тәбиғи монополияларҙың ҙур күләмдәге сығымдары өсөн берҙән-бер механизм – уларҙы асыҡ торгтар ярҙамында тормошҡа ашырыу булырға тейеш;
  • тәбиғи монополияларҙың корпоратив сығымдары тураһындағы мәғлүмәттең интернет селтәрендә таратылыуы;
  • административ ҡаршылыҡтар булдырған һәм эшҡыуарҙарға баҫым яһаған өсөн ҡаралған язаларҙы көсәйтеү;
  • монополия тарифтарын раҫлау процедураларының асыҡ булыуын тәьмин итеү, тарифтарҙың артыуын үткән осорҙағы инфляция кимәле менән сикләү.

Яңы иҡтисади сәйәсәт һәм сеймалға бәйләнгәнлектән ҡотолоу өсөн

Рәсәй иҡтисадының үҫешен мөмкин тиклем тиҙәйтеү маҡсатында беҙ «Ер-йорт-юлдар» тип аталған шәхси йорттарҙы күпләп төҙөү программаһын әҙерләнек. Бөгөндән башлап уҡ Рәсәй миллионлаған граждандарына үҙҙәре һәм балалары өсөн үҙ ерендә йорт һалып сығыу мөмкинлеген бирә ала. Ғаилә йорттары төҙөү өсөн ер биләмәләренең инфраструктураһы менән бергә күпләп һәм бушлай шәхси милеккә тапшырыуы мөмкин һәм кәрәк тигән фекерҙәбеҙ. «Ер-йорт-юлдар» программаһының ғәмәлгә ашырылыуы түбәндәге һөҙөмтәләргә килтерәсәк:

  • йорт һалыу маҡсаты менән ерҙе бушлай граждандарға тапшырыу, эске һорауҙың үҫешеүе һәм шәхси йорттар төҙөй башлау арҡаһында миллионлаған яңы эш урындарын тәьмин иткән реаль иҡтисадтың үҫеше;
  • граждандарға тапшырылған ерҙәрҙе хөкүмәт иҫәбенә һәм хөкүмәт ярҙамы менән инфраструктура менән тәьмин итеү: юлдар төҙөү, газ индереү, һыу үткәреү (нигеҙҙә резерв фондтарынан).

Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡҡа реаль ярҙам күрһәтеү өсөн

  • дәүләт бюджеттан тыш фондтарына страховка түләүҙәре ставкаларын кәметеү;
  • льготалы кредит системаһын ойоштороу;
  • «халыҡ баҙарҙарын» ойоштороу, йәғни баҙарҙар ойоштороу маҡсатында ер һатып алырға өҫтөнлөклө хоҡуҡты кесе бизнес кооперативтарына тапшырыу;
  • арендаға алынған муниципаль биналарҙы һәм улар аҫтындағы ерҙе һатып алыу хоҡуғы өсөн ныҡлы гарантиялар;
  • эре һәм сеймал менән бәйле бизнестан тыш, бизнес өсөн дөйөм һалым баҫымын еңеләйтеү.

Халыҡтың социаль ҡатламдарға бүленеүен кәметеү өсөн

  • ҡулланыусы кәрзиненә ингән тауарҙар һәм хеҙмәттәр төрлөлөгөн һәм күләмен йәшәү минимумына тап килтереп киңәйтеү;
  • минималь эш хаҡы кимәлен урта эш хаҡы кимәленең 50 процентына тиклем күтәреү;
  • сеймал һатыуҙан килгән килемдең бер өлөшөнән “Өлкән быуын фонды” ойоштороу;
  • пенсия һәм социаль түләүҙәр кимәлен арттырыу;
  • инвалидлыҡ буйынса түләүҙәрҙе арттырыу, инвалидтар өсөн эш урындары булдырыу һәм ҡалаларҙа «кәртәһеҙ» мөхит ойоштороу.

Эш хоҡуҡтары гарантиялары өсөн

  • забастовка үткәреүгә реаль хоҡуҡ;
  • хеҙмәткәрҙәрҙе үтескә алып эшләтеүҙе тыйыу;
  • ирекле профсоюздар ойоштороу гарантияһы, профсоюз башлыҡтарын эштән сығармауға гарантиялар.

Кешелек капиталына инвестициялар өсөн

Белем биреүҙең үҫеше өсөн

  • бушлай урта һәм теләгән һәр кем алырлыҡ юғары белем биреү;
  • балалар баҡсаларын арттырыу, һәр баланы мәктәпкәсә ойошмаларҙа урын менән тәьмин итеү;
  • мәктәпкәсә ойошмалар, мәктәптәр, һөнәри училищелар, юғары белем биреү ойошмалары уҡытыусыларының эш хаҡын бер нисә тапҡырға арттырыу;
  • белем алыу ойошмаларын коммерциялаштырыуҙан баш тартыу һәм ундағы ришүәтселекте тыйыу;

Һаулыҡ һаҡлауҙың сифаты һәм уның һәр кем файҙалана алырлыҡ булыуы өсөн

  • бушлай һаулыҡ һаҡлауҙың һәр кем файҙалана алырлыҡ булыуын тәьмин итеү һәм бушлай хеҙмәттәрҙе стандартлаштырыу;
  • медицина хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡын арттырыу;
  • халыҡты мотлаҡ бушлай диспансеризациялау;
  • уникаль дарыуҙарға һәм медицина йыһаздарына импорт һалымдарын юҡҡа сығарыу.

Фән тармағына булышлыҡ итеү өсөн

  • ғалимдарҙың интеллектуаль милек хоҡуғына ныҡлы гарантиялар булдырыу;
  • йәш ғалимдарға дәүләт яҡлауы;
  • уникаль ғилми тикшеренеү ҡорамалдарына импорт һалымдарын юҡҡа сығарыу.

Граждандарҙы Рәсәй мәҙәниәтенә ылыҡтырыу өсөн:

  • мәҙәниәтте һәм сәнғәтте финанслауҙы арттырыу;
  • мәҙәниәт объекттарын территориаль йәһәттән һәм хаҡтары буйынса һәр кем файҙалана алырлыҡ итеү;
  • дәуләт ярҙамы менән үҫеп килеүсе быуынды мәҙәниәт донъяһына ылыҡтырыу.

Тирә-яҡ мөхиттең таҙалығы өсөн:

  • Экология министрлығын яңынан ойоштороу;
  • дәуләт экология экспертизаһы институтын тергеҙеү ;
  • сит илдән тотонолған атом яғыулығын индереүҙе тыйыу, яңы атом электр станцияларын төҙөүҙән баш тартыу, ресурстары бөткән АЭС-тарын файҙаланыуҙан сығарыу.

«ЯБЛОКО» партияһы Рәсәй граждандарына илебеҙҙең үҫеш юлын тәьмин итерлек программа тәҡдим итә. XXI-се быуаттың башында граждандарының иң юғары йәшәү кимәленә өлгәшкән бөтә илдәр ҙә ошо юлдан барғандар һәм әле лә баралар.

Бөгөн беҙҙең илебеҙ һайлау алдында тора, ул:

  • йә XXI-се быуатта үҫеш юлынан барасаҡ;
  • йә шул уҡ торғонлоҡ юлын дауам итеп, өсөнсө донъя илдәре рәтенә төшәсәк һәм хәҙерге сиктәрендә XXI-се быуаттың уртаһына тиклем дә һаҡлана алмаясаҡ.

Бөгөн ниндәй юлды һайларға икәнен һеҙ хәл итергә тейешһегеҙ, ҡәҙерле һайлаусылар!